III халыҡ-ара бизнес- шәрифтәр форумының төп темаһы: “Бизнес һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар”. Бында дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы хәлде анализлау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышынды, эшҡыуарҙарҙың тәжрибәләре күрһәтелде, спикерҙар сығыш яһаны. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы командаһы форумды аралашыу форматында ойошторҙо. Иң башта бизнес-шәрифтар араһында онлайн-код аша реаль ваҡыт режимында һорау алыу үткәрелде, унда эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын мөһимлек буйынса бүлергә кәрәк ине. Иң ҙур ярҙам тип ҡатнашыусылар милекте (61%) - льготалы ҡуртымға биреү, бүлеп түләү шарты менән һатып алыу, бушлай файҙаланыуҙы иҫәпләй. Шулай уҡ бизнес-шәрифтар мәғлүмәти һәм хоҡуҡи ярҙам, персоналды уҡытыуҙы мөһим тип иҫәпләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиц