Өфөлә “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ойошторолған “Изге эштәр” акцияһына Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов та ҡушылды. – “Китап байрамы”на ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килдем. Сара Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге байрамға әүерелде. Бик ҡыҙыҡһынып, балаларым өсөн мәғлүмәтле, уҡырға өйрәтеүгә тәғәйенләнгән китаптар ҡараным. Бик кәрәкле, файҙалы сара үткәрәһегеҙ, ойоштороусыларға рәхмәт әйтәһем килә. Үҙем дә “Изге эштәр” акцияһында ҡатнаштым һәм Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән һәм батырҙарса һәләк булған офицер Валерий Солтановтың ата-әсәһенә “Башҡортостан” гәзитенә подписка бүләк иттем. Йылына ике тапҡыр гәзит-журналдарға яҙылып барам. Үҙебеҙҙең райондағы балалар йортона “Аҡбуҙат” журналына даими яҙылып, бүләк итеп торам. Шулай уҡ бөгөн, форсаттан файҙаланып, үҙемдең балаларыма ла “Аҡбуҙат” журналына яҙылдым, – тип белдерҙе Фәнүр Шәйхисламов. Ф