- Һары мәтрүшкәне бик яратып ҡулланам мин. Уның шифаһы тураһында һөйләгәнем бар. Халыҡ юҡҡа ғына уны 99 ауырыуҙан шифа тимәгәндер инде. Ә бөгөн мин һеҙгә май эшләргә өйрәтәйем. Май өсөн һары мәтрүшкәнең иң өҫкө өлөшө - сәскәләрен генә йыябыҙ. Уларҙы банкаға нышымай ғына тултырабыҙ. Төрлө май алырға була: етен, кукуруз, зәйтүн майы... Мин, ғәҙәттә, һалҡын ысул менән һығылған көнбағыш майын ҡулланам. Интернет селтәрендәге рецепттарҙы ҡараһаң майҙы эҫетергә тип тә яҙалар. Мин эҫетмәйем. Ни өсөн тигәндә, майҙы беҙ былай ҙа тәҙрә төбөнә, ҡояшҡа ҡуябыҙ. Башҡа төр үләндәр менән эшләгәндә ҡараңғыла тотабыҙ, ә һары мәтрүшкәнең ҡояш менән нисек бәйле икәнен беҙ беләбеҙ. Шуға ла, был майҙы эшләгәндә йәйҙең иң эҫе көндәрен һайлайбыҙ. Сөнки көн эҫелеге майҙың сифатына йоғонто яһай. Банканың ауыҙына марля бәйләп ҡуйып, ике аҙна торғас, икенсе банкаға һөҙөп алып, һалҡын урынға ҡуябыҙ. Майыбыҙ әҙер. Һары мәтрүшкә майын эшләүҙең тағыла бер ысулы бар. Йыйып алған һары мәтрүшкәбеҙҙең сәскәһен ферме