Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында быйыл Самауырҙар фестивале ойошторолған. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан самауыр күргәҙмәһенә шәхси коллекционерҙарҙан алып ауыл халҡынан берәмләп йыйылған тиерлек самауырҙар килеп түрҙән урын алған! Бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып урындыҡ түренә менеп ҡунаҡлаған, һәр саҡ боҫрап ҡайнап ултырған өләсәйемдең самауыры янында күрше инәйҙәрҙең бергә йыйылышып, көңгөрләшеп сәй эсеүе һаҡлана. Шуға күрә ҡайҙа ғына барһам да, самауырлы табын булһынмы, самауырҙар күргәҙмәһеме, Самауыр байрамы үтһенме һәр ерҙән ана шул бала саҡтың бер йылыһын эҙләп, күңелемә нур алып ҡайтырға тырышам. Был юлы ла һәр самауыр янына барып, уларҙың хужалары менән танышып сыҡтым тигәндә лә була. Баймаҡ ҡалаһынан Мансур Сәйетҡоловтың коллекцияһы ла үҙе ни генә тора! Ниндәй генә самауырҙары юҡ уларҙың?! Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо шөғөлөн үҙ иткән ағай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Тәүҙәрәк бары тик ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланған