"Башҡортостан" республика гәзитенең китапханасылар араһында үткәргән мәртәбәле конкурсында Ҡыйғы районы Ибрай ауылының китапханасыһы Лилиә Мөхәмәтйәнова ла бар. Әйткәндәй, Лилиә Исмәғил ҡыҙы менән беҙ күптән таныш. Ул бынан бер нисә йыл элек "Ауыл ҡыҙы" республика конкурсында Гран-при яулағайны. – Ауыл китапханаһында 10 меңдән ашыу китап фонды бар, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәндәре лә күп кенә, – тип һөйләй Лилиә ханым. – Беҙҙәге китапхана 1961 йылда асылған һәм шунан бирле китап менән дуҫ булғандар өйө менән китапхана юлына саң ҡундырмай. Башта китаптар кешеләргә өйҙә уҡыу өсөн генә бирелгән йәки бында ултырып уҡымағандар. Тағы ла бер нәмә, бер кешегә иң күбе дүрт кенә китап бирелгән. 36 йыл эшләгән тырыш китапханасы Лира Низамованы ла онотмайыҡ. Лилиә Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, ауыл тиһәләр ҙә, ауылдаштары китапханаға төрлө маҡсат менән йөрөй. Иң мөһиме, китап уҡыу өсөн бында килһәләр, ибрайҙар төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн дә китапханаға ашыға. Китап уҡыусылар өсөн уларҙа бөтә яҡлап та шарттар ҙа тыуҙырылған. Интернет бар, китаптарҙан айырмалы, гәзит һәм журнал шикелле ваҡытлы матбуғат менән дә танышырға мөмкин. Фото: Лилиә Мөхәмәтйәнова.