Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе Өфөлә 2023 йылдың майында үткәйне. Унда алты илдән һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән 206 нәшриәт һәм китап һатыу ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йәрминкәлә 27 тематик майҙансыҡ эшләне, ә килеүселәрҙең дөйөм һаны 170 мең кешегә етте. Экспозицияларҙы ҡарар алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рус әҙәбиәтенең күренекле классиктары Александр Пушкинды һәм Сергей Аксаковты хөрмәтләп иҫкә алды. Төбәк етәксеһе Александр Пушкиндың бюсы ҡуйылған постаментҡа һәм сығышы менән яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан Башҡортостан Башлығы һәм абруйлы ҡунаҡтар китап йәрминкәһенең күргәҙмә майҙансығында булды. Бында ваҡытлы әҙәбиәт зонаһы, моделле китапханалар, психологик консультациялар, әкиәттәр яҙыу буйынса ижади оҫтаханалар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн төрлө викториналар ойошторолдо. Радий Хәбировты күргәҙмә майҙансығында тәүгеләрҙән булып Өфө мәктәптәрен тамамлаусылар ҡаршы алды. Бөгөн улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Төбәк етәксеһе «Әҙәби прививка» исемле сатырҙа ла булды. Был майҙансыҡтың маҡсаты – китаптың кеше тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫкә төшөрөү. Радий Хәбиров балалар йорто китапханаһына Михаил Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита» китабын бүләк итте. Күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан Башлығы «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе символикаһы төшөрөлгән почта конвертына мисәт һуғыу тантанаһында ҡатнашты. Конвертта һәм махсус мисәттә форумдың логотибы төшөрөлгән. Конверт 300 мең дана тираж менән сығарылды. Бынан тыш, Радий Хәбиров Өфөнөң Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тормошона арналған интерактив-патриотик зона һәм күргәҙмә менән танышты. Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев хәбәр итеүенсә, экспозицияла сәнәғәттең төрлө тармаҡтарының, шулай уҡ баш ҡаланың мәҙәниәте, медицинаһы һәм мәғарифының нисек үҫешеүе тураһында мөһим факттар һәм һандар тупланған. Төбәк етәксеһе шулай уҡ китап продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, Өфөнөң 450 йыллығына арналған сатырҙа һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы павильонында булды, унда хәрби округта ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары менән аралашты. – Совет майҙанында, генерал Шайморатов һәйкәле янында «Китап байрамы»н уҙғарыуыбыҙ бик яҡшы. Һәләк булған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре менән осрашҡанда ошо һәйкәлдең уларҙың балаларына ла арналыуын билдәләп үттем. Улар мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн бында йәштәрҙең күп булыуы бик һәйбәт. Уҡыһындар, белһендәр һәм ысын дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлектең нимә икәнен аңлаһындар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, йәрминкә майҙансығында «Хәрби-һауа көстәре яугирҙәренә хат» акцияһы үтә. Уға һәр кем ҡушыла ала. Махсус бланктарҙа яҙылған изге теләктәр һәм сәләмдәр махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ебәреләсәк. Китап байрамы тағы ике көн дауам итә. Сараның программаһы менән “Бәйләнештә” һәм Телеграмда танышығыҙ. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов, Артур Сәлимов.
Радий Хәбиров икенсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенең күргәҙмә майҙансығында булды
2 минуты
24 мая