Найти тему
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров «Урал аръяғы-2024» форумы хаҡында һөйләне

Андрей Назаров форумдың алтынсы тапҡыр үтеүен хәтергә төшөрҙө, был юлы ул 10-дан ашыу илдән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Белорусь, Ҡытай Халыҡ республикаһынан, Төркиәнән һәм Ирандан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. «Өсөнсө йыл рәттән форум барышында Халыҡ-ара бизнес-шерифтар форумы уҙғарыла. Был юлы майҙансыҡтың темаһы бизнес менән властың диалогы булды - һөҙөмтәле төбәк менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар. Шулай уҡ Global Management Challenge бизнес менән идара итеү чемпионаты үтә – был күләмле интерактив белем биреү программаһы.Чемпионат финалын июлдә республиканың баш ҡалаһында уҙғарырбыҙ», - тип яҙҙы Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ:Андрей Назаровтың социаль сәхифәһенән