Найти тему
Башҡортостан гәзите

«Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы.

Бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Рәсми асыу тантанаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Ул сибайҙарға сараны әҙерләү буйынса эш һәм уларҙың ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, форумда халыҡ-ара ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, фекер алышҡан мәсьәләләр даирәһе киңәйә бара. Ул Башҡортостандың халыҡ-ара иҡтисади тормошонда катализаторға әүерелә барыуын билдәләне. Һуңғы 18 көндә генә республикабыҙға Үзбәкстандың ете рәсми делегацияһы килгән. Инвестһабантуйҙа 10-дан ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша, улар иҫәбендә Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстан бар. - Был бөтә Рәсәй күләмендәге сара. Ул, әлбиттә, Урал аръяғын йәки Башҡортостанды үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеүгә генә йүнәлтелмәй. Бында ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйыла - дуҫтарыбыҙ, партнерҙарыбыҙ менән бәйләнештәр булдырыу , башҡа илдәрҙәге партнерҙарыбыҙ – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан,Беларусь, Ҡытай һәм башҡа Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән башҡа илдәр менән дә хеҙмәттәшлекте дауам итеү. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, йылдан-йыл халыҡ-ара ҡатнашыусыларһың һаны арта бара, - тип ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте Андрей Назаров. - Быйыл Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашырға теләк белдергән 3 500 ҡатнашыусыһы көн тәртибенә индерелгән бөтә мәсьәләләрҙе тикшереү, дөйөм алғанда Башҡортостанды, Рәсәй Федерацияһын, дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙе уңышлы үҫтереү өсөн мөмкинлек табасаҡ, тип ышанам. Сараны асыу тантанаһында Ҡарағалпаҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе Фәрход Эрманов, «Рәсәй экология операторы» асыҡ-хоҡуҡи компанияһы етәксеһе Денис Буцаев, Үзбәкстан Республикаһының эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директорының беренсе урынбаҫары Мухтор Шоназаров һәм Төркмәнстандың Ҡазан ҡалаһындағы Генераль консулы Гуйч Гәрәев ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан