Ҡараңғы ергә ҡурай еләге ултыртмағыҙ Ҡомһоҙланмағыҙ. Июнь айында, еләге тумаланғансы һәм ҡыуаҡтарын һирәгәйтеп ҡырҡырға кәрәк. Һәр ҡыуаҡта иң уңдырышлы 2 йәш үҫенте ҡалдырыр кәрәк. Июль уртаһында остарын 10-15 сантиметр тирәһе ҡырҡығыҙ. Яҙын һәр ҡыуаҡ аҫтына янған тиреҫ һибегеҙ. Ул ерҙе киптерергә бирмәй һәм өҫтәмә туҡландырыу ҙа кәрәк. Сөнки йәй буйына ҡурай еләге ҡеүәтле һабаҡтарҙы ҡыуып сығарырға тейеш! Көҙгөһөн емеш биргән һабаҡтарҙы ҡырҡып алғандан һуң һәр ҡыуаҡ аҫтына 0,5 стакан суперфосфат өҫтәп, ярты биҙрә тиреҫ һибегеҙ. Ҡурай еләге - нескә үҫемлек, һабаҡтарын терәтеп (шпалерға) бәйләгеҙ: ел ҡыуаҡтарҙы һелкетә һәм нескә ботаҡтары, бигерәк тә еләк менән тулған саҡта, һыныусан. Май уртаһында, сәскә атҡансы, июнь аҙағында, еләк барлыҡҡа килгәс һәм улар өлгөргән осорҙа ҡыуаҡтарға аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибәләр. 1 квадрат метр тупраҡҡа 3-4 биҙрә һыу талап ителә. Эҫе ҡоро көндәрҙә һыуҙы мул һибергә кәрәк. Яҙын беренсе йомшартыу мөмкин тиклем иртәрәк үткәрелә: рәттәрҙә 5-8 см тәрәнлектә, рәт араларында - 10-15 см. Был эште бөрөләнгәнсе тамамларға кәрәк. Һуңынан ҡый үләндәре барлыҡҡа килгәс, миҙгелдә 4-6 тапҡыр ерҙе йомшарталар. Урындағы сорттағы сәләмәт үҫемлектәрҙе генә ултыртығыҙ. Яҡшы тәрбиәләгәндә уңыш һәр ваҡыт мул буласаҡ. Фото: Шәрифә Иҫәнбаева сәхифәһенән.