Найти в Дзене

Азат Бадранов Хәйбулла районына эш сәфәре менән барҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов эш сәфәре менән Хәйбулла районына барҙы. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы эше сиктәрендә Азат Шамил улы республика ведомстволары вәкилдәре менән "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Подольск баҡыр-цинк рудаһы ятҡылығын эшкәртеүгә әҙерлек буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе, шул иҫәптән Подольск ауылы халҡын күсереү өсөн шарттар булдырыу мәсьәләләрен өйрәнде. Подольск баҡыр-цинк рудаһы ятҡылығын үҙләштереү сәбәпле, Подольск ауылы халҡын күсерергә ҡарар ителгәйне. Был беҙҙең сәнәғәтте тиҫтәләрсә йылға руда менән тәьмин итәсәк, эш урындары булдырасаҡ, Хәйбулла районының үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Азат Бадранов шулай уҡ унда йәшәгән халыҡ менән осрашты, мәсбңьәләне өйрәнеү һәм халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле ведомстволарға бер айҙан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тоторға ҡушты. Иң тәүҙә ул По

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов эш сәфәре менән Хәйбулла районына барҙы. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы эше сиктәрендә Азат Шамил улы республика ведомстволары вәкилдәре менән "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Подольск баҡыр-цинк рудаһы ятҡылығын эшкәртеүгә әҙерлек буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе, шул иҫәптән Подольск ауылы халҡын күсереү өсөн шарттар булдырыу мәсьәләләрен өйрәнде. Подольск баҡыр-цинк рудаһы ятҡылығын үҙләштереү сәбәпле, Подольск ауылы халҡын күсерергә ҡарар ителгәйне. Был беҙҙең сәнәғәтте тиҫтәләрсә йылға руда менән тәьмин итәсәк, эш урындары булдырасаҡ, Хәйбулла районының үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Азат Бадранов шулай уҡ унда йәшәгән халыҡ менән осрашты, мәсбңьәләне өйрәнеү һәм халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле ведомстволарға бер айҙан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тоторға ҡушты. Иң тәүҙә ул Подольск ауылы халҡын күсереү өсөн төҙөлөп ятҡан Аҡъяр ауылының Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендәге күп фатирлы йорттар майҙансығында булды. Делегацияны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов оҙатып йөрөнө, майҙансыҡта «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Туленков, уның урынбаҫарҙары һәм предприятиеның яуаплы белгестәре ҡаршы алды. Әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөү буйынса эштәр башланған, биләмә кәртәләп алынған, асыҡ ер эштәре алып барыла. «Урал» подрядсы ойошмаһы (Екатеринбург ҡалаһы) проекты буйынса бында һәр ҡайһыһында 36 фатирлыҡ дүрт өс ҡатлы күп фатирлы йорт һалына. Төҙөлөштө 2025 йылдың ноябрендә тамамлау күҙаллана. Подольск ауылында халыҡ менән осрашыу үтте. Азат Бадранов хәбәр итеүенсә, республика Башлығы ҡушыуы буйынса, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия төҙөлгән, бөгөн ул райондарҙа үҙ эшен алып бара. «Тәү сиратта беҙ техниканың юлдарға йоғонто яһау мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Подольск халҡын күсереү мәсьәләһе лә даими контролдә тотола, сөнки был киң күләмле инвестиция проектының бер өлөшө булып тора», - тип билдәләне Азат Шамил улы. Халыҡ ауыл клубын, балалар уйын майҙансығын төҙөү, ауыл биләмәһе эсендә юлдарҙы ремонтлау, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойоштороу һәм үткәреү буйынса һорауҙар бирҙе. Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, Подольск халҡы күп йылдар инде күсерелеүен көтә, Подольск ятҡылығын үҙләштереү буйынса ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырылыуға ҡарамаҫтан, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, яңы урынға күскәнсе халыҡ уңайлыраҡ шарттарҙа йәшәһен өсөн күп нәмә эшләнә. Бында мәктәпкә, балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһаласаҡ, быйыл ауылда мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, урамдар ремонтланасаҡ. Подрядсы вәкилдәре Подольск ауылындағы мәҙәниәт йортоноң яңы модулле бинаһы проекты тураһында мәғлүмәт бирҙе. "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эргәлә балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөргә вәғәҙә итте. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов эш сәфәренең тәүге көнөндә шулай уҡ «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Подольск ятҡылығында булды, Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары аша Гай ҡалаһына урау юлды ҡараны. Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов буласаҡ Йәштәр йорто бинаһын ҡараны. Бинаны капиталь ремонтлау көҙ көнө көтөлә. Артабан маршрут Ватанды һаҡлаусылар фондына, райондың Ғаилә хеҙмәтенә һәм Аҡъяр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә илтте. Автор: Ринат Иманғолов. Сығанаҡ: https://haibvestnik.ru/news/novosti/2024-05-22/pervyy-zamestitel-rukovoditelya-administratsii-glavy-respubliki-bashkortostan-azat-badranov-prebyvaet-v-haybullinskom-rayone-3778023