Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Китап уҡығыҙ!" тип ҡабатлауҙан бер ҡасан да туймайым

"Башҡортостан" республика гәзите ойошторған китапханасылар конкурсында Салауат районы Мәсетле ауылы китапханасыһы Айгөл Шиһапованы күреү айырыуса шатлыҡлы. – Һәр кемдең тормошҡа үҙ ҡарашы һәм фекере бар, бынан тыш оло маҡсаттар менән дә йәшәйһең, – тип һөйләй Айгөл Имаметдин ҡыҙы. – Минең кеүек китапханасыларҙың уй-ниәте, әлбиттә, кешелекте яҡшы һәм күркәм эштәргә ылыҡтырыу, шул иҫәптән йәштәрҙе матурлыҡҡа саҡырыу. Ошоларҙың барыһына ла китап аша өйрәтәбеҙ ҙә инде. "Күп уҡырға кәрәк" тигәнде йыш ҡабатлайым, китап менән дуҫ булығыҙ тигән һүҙҙәрҙе һөйләүҙән бер ҡасан да туймайым. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙ әйткәндәргә ҡолаҡ һалалар, тимәк, ваҡытыбыҙ бушҡа үтмәгән. Әйткәндәй, Айгөл Шиһапованы илле мең һумлыҡ сертификат менән ҡотлағандарын, беҙ ҙә, һөйөнөп, хатта үҙебеҙҙеке шикелле ҡабул иткәйнек. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса жюри тап Айгөл Имаметдин ҡыҙын һайлап, һис тә яңылышмаған. Әңгәмәсем билдәләүенсә, Мәсетле ауылындағы китапханала тормош ҡайнап тора, мәҙәниәт усағында төрлө сараларҙың уҙыуы шуға асыҡ миҫал. Фото: Айгөл Шиһапова.