Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш пионерҙар артты

Балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары көнө айҡанлы Дүртөйлө районы мәктәптәрендә тантаналы линейкалар үтте. Сара "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Был көндө 4-се класс уҡыусыларын пионерға бағышлау үткәрелде. Балаларға тантаналы рәүештә Беренселәр хәрәкәтенең өлкән класс уҡыусылары-әүҙемселәре галстук бәйләне. Улар пионерҙарға уңыштар теләне, шулай уҡ беренсел бүлексә эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отряды ағзалары һәм мәктәп ирекмәндәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Уҡыусылар пионер ойошмаһының тарихы, уның барлыҡҡа килеүе, закондары һәм символдары хаҡында белде. Бынан тыш, улар мәктәптәрҙә эшләгән балалар йәмәғәт ойошмалары менән танышты. “Балаларҙың йәмәғәт ойошмалары балаларҙың тормошонда мөһим роль уйнай. Улар уҡыусыларға үҙ фекерен белдереү, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыу, үҙ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлеге бирә. Улар шулай уҡ балаларға социаль яуаплылыҡҡа өйрәнергә ярҙам итә һәм уларҙың лидерлыҡ һәләттәрен үҫтерә”, - тип билдәләне Дүртөйлө районындағы “Балалыҡ навигаторҙары” проектының муниципаль координаторы Гөлнара Яппарова. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.