ЛДПР фракцияһы депутаттары РФ Дәүләт Думаһына яңы закон проектын индергән. Уға ярашлы, 25 йәше тулғанға тиклем бала тапҡан һәр ҡатынға 200 мең һум аҡса түләнергә тейеш. Был башланғыс йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм илдә тыуымды арттырыуға йүнәлтелә. Әгәр закон ҡабул ителһә, 200 мең һум аҡса ҡатындың матди хәленә һәм статусына ҡарамай бөтәһенә лә түләнәсәк. Шулай уҡ был түләм 25 йәше тулғансы тапҡан һәр бала өсөн ҡаралған. Йәғни, ҡатын 25 йәше тулғансы өс бала таба икән, ул дәүләттән йәмғеһе 600 мең һум аҡса аласаҡ. Депутаттар белдереүенсә, илдә хәүефле статистика күҙәтелә: беренсе балаһын тапҡан әсәләрҙең уртаса йәше арта һәм 30 йәшкә етеп килә. Был хәл демографик фажиғәгә килтереүе бар. Шулай уҡ йәш ғаиләләр матди хәле арҡаһында бала тапмай. Ә яңы закон был йәһәттән файҙалы булыр ине. Әлеге ваҡытта закон проекты ҡарау өсөн Дәүләт Думаһына тапшырылған. Әгәр ул ҡабул ителһә, йәш әсәләр был түләмде 2025 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.