Найти тему
Башҡортостан гәзите

Медицина тармағында ниҙәр бар?

Тармаҡҡа хеҙмәткәрҙәрҙең етмәү проблемаһын нисек хәл итәләр? Ваҡыт “тәгәрмәсе” алға елдерһә лә, "барыһын да кадрҙар хәл итә" тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баҙыҡлана ғына бара. Был йәшәйешебеҙҙең һәр тармағына ла тиерлек ҡағыла. Һаулыҡ һаҡлау тармағында ла яңы белгестәр килеүенә ихтыяж бар. Мәҫәлән, Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре дефициты 4,4 мең кеше тәшкил итә. Был хаҡта республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Тағы Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә 340 кеше талап ителә. Был, әлбиттә, кадрҙар етмәүҙең төп сәбәбе - йәш белгестәрҙең тармаҡҡа етерлек килмәүе. Мәсьәлә Хөкүмәт контроленә алынған. Дәүләт әле һәм оҙайлы ваҡытҡа медицина хеҙмәткәрҙәре һанын арттырыу менән ҡыҙыҡһына – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар һәм буласаҡ. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы тарафынан медицина ойошмаларын быйылғы йылдың аҙағына тиклем ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү буйынса “юл картаһы” эшләнгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тағы ниндәй уңайлы шарттар буласағы, район дауаханалары штатын туплауға ниндәй саралар булышлыҡ итә? Был хаҡта шәфҡәт туташтары нимә уйлай? Ошо һәм башҡалар тураһында – түбәндә. Йәш белгестәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу зарур Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин билдәләүенсә, был проблема Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм күпселек илдәрҙә киҫкен. – Әлеге ваҡытта саралар ҡабул ителә һәм артабан уны хәл итеү юлдары эҙләнә. Был ҡарарҙарҙың иң мөһимдәренең береһе – республика төбәктәрендә медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын асыу. Дүрт филиал эш башланы, киләһе йылда өҫтәмә урта медицина хеҙмәткәрҙәренең сығарылышы була. Улар, нигеҙҙә, был райондарҙа, был округтарҙа ҡаласаҡ. Йәштәребеҙ башҡа төбәктәргә уҡырға китә һәм һөҙөмтәлә күбеһе унда эшләргә ҡала ине. Был хәлде аңлап, ике йыл элек үк “Сәләмәтлек сәғәте”ндә проблеманы анализланыҡ һәм дүрт колледж асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был – яңы ремонт эштәре атҡарылған, уҡыу кластары, симуляция кабинеттары булған биналар. Уларҙы мин үҙем ҡарап сыҡтым, ысынлап та, шарттар яҡшы, – ти ул. – 2025 йылда был колледждарҙың тәүге сығарылышы көтөлә. Һәм дауаханаларыбыҙға яңы кадрҙар эшкә барасаҡ. Киләһе этап – муниципалитеттар менән эшләү. Уларҙың райондарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүе өсөн әүҙем эшләүе мөһим. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам салары бер нисә йыл инде тормошҡа ашырыла. Улар араһында был тармаҡта эшләүселәргә ярҙамға йүнәлтелгән һөҙөмтәле программалар ҙа бар. Мәҫәлән, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын 2030 йылға тиклем оҙайттылар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы. Унда аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар. Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алыу хоҡуғына эйә. Белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әммә бер шарт бар: улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә. Программа сиктәрендә табиптарға – бер миллион һум (йыраҡ райондар – 1,5 миллион һум), урта медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә. 2023 йылда был түләүҙе 195 табип, 101 урта медицина хеҙмәткәре алды. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре федераль бюджеттан алынған һәм файҙаланылған аҡса буйынса өсөнсө субъект булды. Йәштәргә өмөт ҙур Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк район дауаханаһында эшләгән йәш белгестәрҙән Элина Әлимбаеваға ҙур өмөт бағлайҙар. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Үҙе Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. Элина Булат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша һәм был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәксе. – Атайым Булат Вәли улы – ветеринария табибы, әсәйем Әлфирә Фәнүр ҡыҙы 22 йыл фельдшер булып эшләй. Атайымдың апаһы Гөлнәзирә лә табип-лаборант. Ағаһы Хажиәхмәт тә кардиолог ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик аяныслы өҙөлдө, – ти Элина Вәли ҡыҙы. Илдең башҡа төбәктәренән дә киләләр Яңы “Бәләкәй муниципаль берәмектәргә табиптар” программаһына ярашлы, беҙгә башҡа төбәктәрҙән дә медицина хеҙмәткәрҙәре килә. Мәҫәлән, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына Ҡырымдан Астапенковтар күсеп килгән. Улар – табиптар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Александр Владимирович һәм уның ҡатыны Дарья Андреевна участка табиптары-терапевтар булып эшләй. Муллағәлиевтәр ғаиләһе тыуған яғына ҡайтҡан. Ғаилә башлығы Роберт Илдус улы – дерматовенеролог, уның ҡатыны Светлана Рауил ҡыҙы – ультратауышлы диагностикалау табибы. Белеүебеҙсә, дәүләт башлығы 1 марттан бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һәм ауылдарҙа табиптарға түләүҙәр күләмен арттырырға тәҡдим итте. Ул иң кәрәкле йүнәлештәр буйынса табиптарға, шулай уҡ район һәм участка дауаханалары хеҙмәткәрҙәренә айырым иғтибар биреүҙе һораны. Эш хаҡына шәп өҫтәмә Бәләкәй хеҙмәткәрҙәр эш хаҡына өҫтәмәгә өмөт итә ала – 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына республика бюджетынан өҫтәмә түләүҙәр индерҙе. “Ашығыс медицина ярҙамы”ның психиатрия бригадаһы саҡырыуҙары буйынса шәфҡәт туташтарнына һәм бәләкәй медицина хеҙмәткәрҙәренә – ай һайын 4500, беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәткән йәки йәшәүселәргә диспансер күҙәтеү яһағандарға – 6500, махсус психиатрия бригадалары фельдшерҙарына һәм шәфҡәт туташтарына – 7000, ошо подразделениелар табиптарына – 11500, “Ашығыс медицина ярҙамы” водителдәренә – 12000, участка терапевтарына 14500 һум түләнә. Өфө ҡалаһындағы 21-се дауахананың хирургия бүлексәһе шәфҡәт туташы Рузалиә Шәрәфетдинова бер нисә йыл элек медицина колледжын тамамлаған һәм ошо ваҡыттан үҙ эшен намыҫ менән атҡара. “Эшебеҙ йыш ҡына физик йәһәттән ауыр, шуға күрә күп кенә сибек ҡыҙҙар был ҡатмарлыҡтарҙы күтәрә алмай. Каталкалар менән тотош дауахана буйлап тегеләй-былай йүгерәбеҙ, ауыр сирлеләрҙе ҡарайбыҙ, уларҙы күтәрәбеҙ, араларында 100 килограмм тартҡандары ла осрай. Дөйөм алғанда, көнө буйы тегендә-бында йүгерергә тура килә. Смена аҙағына көс тә ҡалмай, өйгә ҡайтып ятҡы килә. Икенсенән, коллегалар өсөн дауаханаларҙа уңайлы шарттар булдырыу хыялы бар: уларҙа заманса ремонт эшләге, дауаханаларҙы төҙөкләндерге килә. Шул уҡ каталкаларҙы алайыҡ, улар мобиль булырға тейеш. Ҡайһы бер саҡта пациент – 40 килограмм, ә уны 100 килограмм тирәһе тартҡан каталкала алып барабыҙ. Өҫтәүенә уға идара итеп тә булмай. Беҙгә каталка менән эш итеүе еңел, уңайлы булырға тейеш, – ти шәфҡәт туташы. – Кадрҙарҙың етмәүенә килгәндә, шәфҡәт туташы – ул ваҡытлыса һөнәр. Табиплыҡҡа уҡыған студенттар эшләй, белем алғас, клиникаларға эшкә төшә. Студенттар хәҙер һәр урында хеҙмәт итә, сөнки улар тәжрибә туплай, аҡса эшләй. Студенттар менән эш итеүе яҡшы, әлбиттә, әммә улар аҙаҡ китә, тормошон үҙгәртә һәм тағы кадрҙар етешмәй. Шәфҡәт туташтарының өлкән йәштәгеләре бер урында эшләүенә күнеккән. Улар өсөн дә ярҙам саралары кәрәктер. Ә бына йәштәрҙе ҡалдырыуы ауыр. Йәш ҡыҙҙар, йәш егеттәр бындай эш урындарында бер ҡасан да ҡалмай, сөнки уларҙың бысраҡ эште атҡарғыһы килмәй, бының өсөн аҙ түләйҙәр. Мин ишеткән беренсе һәм иң ҙур етешһеҙлек – аҙ түләү”. “Башсттат” хәбәр итеүенсә, 2023 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, дәүләт дауаханаларында кесе медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы ғинуар – сентябрҙә айына 41647 һум, уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренеке 42979 һум тәшкил иткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктәге медицина ойошмаларында 75832 кеше, шул иҫәптән 15000-дән ашыу табип һәм 37000-дән ашыу уртаса медицина хеҙмәткәре эшләй. Быйыл урта медицина белеме булған 1901 белгес уҡыу йортон тамамлай. 2025-2026 йылдарҙа уҡыу йортон икеләтә күберәк урта медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәре уҡып бөтөр тип көтөлә. Быға Федераль белем биреүҙең яңы стандарттарының тормошҡа ашырылыуы сәбәпсе: уҡыу ваҡыты ҡыҫҡарған, бюджет урындарына ҡабул итеү артҡан. Дөйөм алғанда, 5943 белгес тамамлаясаҡ. Бөгөнгә 2024 йылда медицина колледжын тамамлағандарҙың медицина ойошмаһына эшкә урынлашыуы теләге тураһындағы 1518 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Дәүләт медицина хеҙмәткәрҙәре һанын арттырыу менән ҡыҙыҡһына – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар, буласаҡ та. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.