Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

«Китап-байрам» йәрминкәһендә интерактив тирмә эшләй

Тирмә эсендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙа. Уларҙың береһе һалам үреүгә арналды, уны «Сябры» коллективы ағзаһы Любовь Втюрина үткәрҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта Энгельс Ғәлиәкбәров барлыҡ теләүселәрҙе боронғо һәм киң таралған музыка ҡоралдарының береһендә – ағас ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Тирмәнең ҡайһы бер ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашһа, икенселәре фольклор коллективтарының сығыштарын кинәнеп ҡараны. Башҡорт бейеүҙәре байрамдың айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде, улар үҙенсәлекле мөхит булдыра һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Мәсетле районының «Ҡабырсаҡ» ансамбле ике бейеү тәҡдим итте: «Ҡаҙиғәт» тигәне ҡаҙҙарҙың ҡылығын һүрәтләһә, «Ҡумыҙ йөрәге» бейеүе виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған. «Сябры» белорус йыры халыҡ ансамбле тирмә ҡунаҡтарына «Гукание вяны» йолаһын күрһәтте һәм халыҡ уйынын өйрәтте. Республика халыҡ ижады үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, өс көн дауамында ҡунаҡтар халыҡ йолаларын, фольклор коллективтары һәм этно-төркөмдәр сығыштарын ҡарай ала, шулай уҡ халыҡ шағирҙары һәм сәсәндәре менән осрашыуҙар уҙа. Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнгән фильмдар һәм йәнһүрәттәр презентацияһын да үткәреү ҡаралған. Кескәй ҡунаҡтар өсөн тирмә алдында күңелле халыҡ уйындары ойошторола. Тирмәлә конкурстар ҙа уҙа. «Шәжәрә байрамы» республика байрамы Ғаилә йылына арналған, «Йәнле һүҙ» республика конкурсында йәштәр шиғри һәм проза әҫәрен нәфис уҡыу буйынса ярыша, «Сағылыш» төбәк-ара театр сәнғәтенең эстрада жанрҙары фестиваль-конкурсы ла ҡаралған. Милли биләмә киске сәғәттәрҙә барыһын да башҡорт ритайымына һәм рус вечёркаһына йыя. "Китап байрамы"ның программаһы менән “Бәйләнештә” һәм Телеграмда танышығыҙ. Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.