Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәк етәксеһе пленар ултырышта ҡатнашты

Сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Съезд башланыр алдынан төбәк етәксеһе “XXI быуат славяндары” фестивале майҙансығында булды. *** Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә Өфөнөң сираттағы тапҡыр мөһим мәҙәни, мәғрифәтселек ваҡиғалары үҙәгенә әйләнеүен билдәләне. – Беҙ әле генә “XXI быуат славяндары” фестивале майҙансығында булдыҡ. Шулай уҡ “Китап байрамы” старт алды, Шаляпин исемендәге музей асыла. 6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге көтөлә, – тине Радий Хәбиров. – Был ваҡиғалар республикабыҙ халҡын берләштерә. Евразияның иң үҙәгендә булып, беҙ славян, төрки, фин-уғыр һәм башҡа халыҡтарҙың традицияларын, мәҙәниәтен хөрмәт итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был берҙәмлектә рус мәҙәниәте ҙур роль уйнай. Башҡортостанда 1,5 миллиондан ашыу урыҫ йәшәй, ә рус теле төрлө милләт һәм дин кешеләре өсөн халыҡтар дуҫлығы теле булып киткән. “Башҡортостан рустары соборы” төбәк халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау өсөн күп эштәр башҡара, милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытырға ярҙам итә, тип билдәләне республика Башлығы. – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Татарҙар конгресы, башҡа милли-мәҙәни ойошмалар менән бергә һеҙ беҙҙең традицион ҡиммәттәрҙе яҡлайһығыҙ. Тап улар – Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеге һәм рухи көсө нигеҙе, – тине Радий Хәбиров. – Тарихи хәтерҙе нығытыу буйынса эштә беҙ билдәле яҡташтарыбыҙҙың мираҫын һаҡлауға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ, энергияғыҙ, йәмәғәтселек ярҙамы артабан да халыҡтар араһында берҙәмлекте, ихтирамды һәм дуҫлыҡты нығытыуға, Башҡортостандың һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуына булышлыҡ итер, тип ышанам,– тине төбәк етәксеһе. Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru