Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы ашхананы асыҡланылар

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһанылар. Сара 2-се “Смарт” полилингваль күп профилле гимназияла үткәрелде. Финалда 14 мәктәп, шул иҫәптән биш ауыл, алты ҡала һәм миллионлы ҡаланың өс мәктәп ашханаһы ҡатнашты. Белем биреү ойошмалары “Хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек блогы” квест-практикумы, “Ата-әсәләрҙең өс һорауы” блиц-турнирын үтте, шулай уҡ үҙҙәренең төрлө тема буйынса әҙерләнгән өҫтәлдәрен презентацияланы, тип хәбәр итте республиканың Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Миллионлы ҡаланың иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Өфөләге 1-се лицей еңеүсе булды. Призерҙар араһында Өфөләге 30-сы һаңғырауҙар һәм насар ишеткәндәр өсөн коррекция мәктәп-интернаты (икенсе урын) һәм Өфөләге 35-се “Мәғариф үҙәге” (өсөнсө урын) бар. “Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Нефтекаманан 17-се “Ҡанатлан” мәктәбе еңеү яуланы. Октябрьскийҙан 1-се (икенсе урын) һәм Стәрлетамаҡтан 9-сы мәктәп (өсөнсө урын) призерҙар булды.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһанылар. Сара 2-се “Смарт” полилингваль күп профилле гимназияла үткәрелде. Финалда 14 мәктәп, шул иҫәптән биш ауыл, алты ҡала һәм миллионлы ҡаланың өс мәктәп ашханаһы ҡатнашты. Белем биреү ойошмалары “Хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек блогы” квест-практикумы, “Ата-әсәләрҙең өс һорауы” блиц-турнирын үтте, шулай уҡ үҙҙәренең төрлө тема буйынса әҙерләнгән өҫтәлдәрен презентацияланы, тип хәбәр итте республиканың Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Миллионлы ҡаланың иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Өфөләге 1-се лицей еңеүсе булды. Призерҙар араһында Өфөләге 30-сы һаңғырауҙар һәм насар ишеткәндәр өсөн коррекция мәктәп-интернаты (икенсе урын) һәм Өфөләге 35-се “Мәғариф үҙәге” (өсөнсө урын) бар. “Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Нефтекаманан 17-се “Ҡанатлан” мәктәбе еңеү яуланы. Октябрьскийҙан 1-се (икенсе урын) һәм Стәрлетамаҡтан 9-сы мәктәп (өсөнсө урын) призерҙар булды. “Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Благовар районының Языков ауылы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы мәктәбе, өсөнсөлә - Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 4-се мәктәп. Республика этабында еңеп сығыусылар Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсының федераль этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Быйыл көҙ ярымфинал һәм финал Мордовияла үткәрелә. Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.