24-26 майҙа Өфөлә Китап байрамы үтә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров фестиваль ҡунаҡтарын һәм йәрминкәгә килгән халыҡты сәләмләне. - Беҙ былтыр Китап байрамын үткәрҙек. Ул бик һөҙөмтәле булды, һәм уны йыл һайын ойошторорға ҡарар иттек. Бөгөн бында яҙыусылар, шағирҙар, китап нәшер итеүселәр, эксперттар, артистар ҙа буласаҡ. Йәрминкә халыҡты китап уҡыуға күпләп ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Фестивалде ойошторғанда төп маҡсат итеп балаларыбыҙҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙе ҡуйҙым. Ысынында китаптан да яҡшыраҡ дуҫ юҡ. Ул кешегә күңел тыныслығы алып килә. Кәйефем һәйбәт булһа, ҡатыным менән “Мастер һәм Маргарита”ны уҡыйым, балалар менән бергә булғанда әкиәттәргә мөрәжәғәт итәм, яңғыҙы булырға теләгәндә “Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо” исемле мемуарҙар циклын ҡулға алам, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы “Китап байрамы” йәрминкәһенең халыҡтар дуҫлығын нығытыуға өлөш индереүен билдәләне: - Беҙгә килгән ҡунаҡтарға рәхмәт. Уларҙы ҡабул итеү - беҙҙең өсөн ихтирам билдәһе лә, ҙур яуаплылыҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы: элекке Советтар Союзы дәүләттәренең дуҫлығы нығый. Кәйефегеҙ күтәренке булһын, балаларға китаптар һатып алығыҙ! Быйылғы байрам бер нисә теманы үҙ эсенә ала: Өфөнөң 450 йыллығы, илһөйәрлек – махсус хәрби операцияға ярҙам, бөйөк шағир, рус әҙәбиәте классигы А. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыу, Башҡортостан әҙәбиәтен популярлаштырыу саралары. Өфөнөң Совет майҙанында байрам өс көн буйы – 26 майға тиклем бара. Йәрминкә программаһы бай йөкмәткеле. Совет майҙаны һәм уның тирә-яғындағы урамдарҙа 60-ҡа яҡын майҙансыҡ эшләй. "Китап байрамы"ның программаһы менән “Бәйләнештә” һәм Телеграмда танышығыҙ. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.