Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Һеҙҙе киленегеҙ үлтерергә теләй”

Был хәл Өфөлә була. Бер ҡатындың ире үлеп, улы юғалғандан һуң, 70 йәшлек пенсионер яңғыҙы ҡала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улы урманда туңған килеш табыла. Күп тә үтмәй Эске эштәр министрлығының 29 йәшлек хеҙмәткәре улының юғалыуына бәйле тикшереү үткәрә башлай. Шул ваҡыт хоҡуҡ һаҡлаусы пенсионерға уның артынан эҙәрлекләү барыуы һәм үлтерергә теләүҙәре хаҡында хәбәр итә. Был хәлгә уның килененең ҡыҫылышы бар икәнен дә иҫкәртә. Ҡатынды үлтерергә теләүселәрҙе тотор өсөн, ир пенсионерҙы ҡуртымға алынған фатирға күсергә күндерә, уның телефонын тартып ала, хәүефһеҙлек өсөн муйынына GPS-трекер ҡуя, кешеләр менән аралашырға тыя, фатирҙан сығырға ҡушмай. Был ғәмәлдәрҙең барыһын да полиция хеҙмәткәре пенсионерҙы ышандырыр һәм ҡурҡытыр өсөн эшләй. Артабан иһә ул ҡатынды шәхси йортон, өс бүлмәле фатирын, машинаһын һатырға, бер нисә кредит рәсмиләштерергә күндерә. Йыйылған аҡсаның барыһын да пенсионер полиция хеҙмәткәренә тоттора. Хоҡуҡ яҡлаусы енәйәтселәрҙе тотҡас та, аҡсаларҙы кире ҡайтарырға вәғәҙәләй

Был хәл Өфөлә була. Бер ҡатындың ире үлеп, улы юғалғандан һуң, 70 йәшлек пенсионер яңғыҙы ҡала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улы урманда туңған килеш табыла. Күп тә үтмәй Эске эштәр министрлығының 29 йәшлек хеҙмәткәре улының юғалыуына бәйле тикшереү үткәрә башлай. Шул ваҡыт хоҡуҡ һаҡлаусы пенсионерға уның артынан эҙәрлекләү барыуы һәм үлтерергә теләүҙәре хаҡында хәбәр итә. Был хәлгә уның килененең ҡыҫылышы бар икәнен дә иҫкәртә. Ҡатынды үлтерергә теләүселәрҙе тотор өсөн, ир пенсионерҙы ҡуртымға алынған фатирға күсергә күндерә, уның телефонын тартып ала, хәүефһеҙлек өсөн муйынына GPS-трекер ҡуя, кешеләр менән аралашырға тыя, фатирҙан сығырға ҡушмай. Был ғәмәлдәрҙең барыһын да полиция хеҙмәткәре пенсионерҙы ышандырыр һәм ҡурҡытыр өсөн эшләй. Артабан иһә ул ҡатынды шәхси йортон, өс бүлмәле фатирын, машинаһын һатырға, бер нисә кредит рәсмиләштерергә күндерә. Йыйылған аҡсаның барыһын да пенсионер полиция хеҙмәткәренә тоттора. Хоҡуҡ яҡлаусы енәйәтселәрҙе тотҡас та, аҡсаларҙы кире ҡайтарырға вәғәҙәләй. Тик ҡатын ҡуртымға алынған фатирҙа өс ай буйына йәшәгәндән һуң, полиция хеҙмәткәре юҡҡа сыға. Йәшерен урындан сығып күренергә баҙнат иткәс кенә ҡатын алданыуын аңлай. Пенсионер шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Әлегә хоҡуҡ һаҡлаусы эшенән бушатылған, осраҡ буйынса материалдар тәфтиш органдарына ебәрелгән. Әйткәндәй, пенсионерға килтерелгән зыян 11 миллион һум тәшкил итә. Нәсих Хәлисов фотоһы.