Презентацияла Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Республикаһы федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Конвертҡа халыҡ-ара йәрминкә тураһында мәғлүмәт яҙылған почта мисәте эҙен ҡуйҙылар. Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһы ла конвертҡа ҡултамға ҡуйҙы һәм үҙенсәлекле почта продукцияһы менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Конверттарҙы Өфөнөң һәм Башҡортостандың почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Өфөлә Совет майҙанында урынлашҡан Рәсәй почтаһы стендында һатып алырға мөмкин. Ошо уҡ стендта конверттарға һәм открыткаларға «Китап байрамы» мисәтен ҡуйырға һәм хатты үҙең теләгән адресҡа ебәрергә мөмкин. Йәрминкә эше тамамланғас, махсус мисәтте Рәсәй почтаһы бүлексәһендә (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 28) ҡуйҙыртырға мөмкин буласаҡ. Рәсәйҙә дәүләт почта түләүе билдәләрен «Марка» акционерҙар йәмғиәте - почтаның бүлендек компанияһы сығара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Китап байрамы" йә
Китап байрамы почта конвертына мисәт һуғыу менән асылды
24 мая 202424 мая 2024
1 мин