Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул – китапханасы ғына түгел, яугир әсәһе лә

Альвина Әхмәтхан ҡыҙы Трапезникова 1963 йылдың 26 декабрендә Ҡариҙел районының Сиҙәш ауылында тыуған. 1970 йылда уларҙың ғаиләһе Асҡын районының Ҡуяштыр ауылына күсеп килә. Ошонда 1-се класҡа уҡырға бара һәм 1979 йылда Ҡуяштыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Асҡын урта мәктәбендә дауам итә. Артабан Асҡын сельпоһында эшләй һәм Өфө кооператив техникумында ситтән тороп уҡый. Бухгалтер-иҡтисадсы дипломын ала, ләкин был һөнәр буйынса оҙаҡ эшләмәй, сөнки 1985 йылда тормош иптәше һәм улы менән Краснокама районының Раздолье ауылына күсеп килә. Бында ул Тогонов ауыл китапханаһына урынлаша. Шул ваҡыттан алып 36 йылдан ашыу китапханасы булып эшләй. - Был һөнәргә төрлө кеше төрлөсә килә. Мин осраҡлы ғына килдем. Балалар бәләкәй ине, ҡалаға йөрөп эшләүҙе ауыр күрҙем. Ул саҡта был бәләкәй генә бинала китап фонды биш мең дананан ашыуыраҡ булғандыр. Өс стеллаж, бер өҫтәл, дүрт ултырғыс бар ине. Электр менән йылытылһа ла, һыуыҡ булды, ҡышҡыһын мейес яғырға тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, китапханала китап уҡыусылар һәр саҡ күп булды, хатта йыш ҡына сират теҙелә ине. Эш башлағанға тиклем китапханасы һөнәре тураһында шулай уйлай инем: рәхәтләнеп ултыраһың, китап уҡыйһың, бәйләм бәйләйһең, һирәк-һаяҡ инеп сыҡҡан кешеләрҙе хеҙмәтләндерәһең... Эшкә урынлашҡанда Нәзирә Кашап ҡыҙы (ул саҡта Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры ине) һорай: «Эшләй алырһығыҙмы? Ни өсөн был эшкә килергә булдығыҙ?» Мин уға, бында минең бәйләргә, китаптар уҡырға мөмкинлегем буласаҡ, тип әйттем. Хәҙер уйлайым да ғәжәпләнәм: ул нисек мине эшкә алды икән? Әммә һуңынан аңланым, бында бәйләргә генә түгел, ҡайһы берҙә көндәлек ваҡытлы баҫмаларҙы ҡарарға ла ваҡыт етмәй. Әлеге ваҡытта Раздолье ауылы моделле китапханаһының баш китапханасыһы булып эшләүемде дауам итәм, - ти үҙе тураһында Альвина Әхмәтхан ҡыҙы. Китапхана һәм уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1-се Республика «Иң яҡшы китап уҡыусы» конкурсында Люциә Рәүил ҡыҙы Тибәева 2-се дәрәжә дипломант булған, ошондай уҡ конкурста Зинаида Сәмиғол ҡыҙы Николаева, Наталья Николаевна Трапезникова ла ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкән. Ә балалар араһында Дмитрий Вотинов һәм Жанна Костюшкина махсус бүләк һәм дипломдар яулаған. Альвина Әхмәтхан ҡыҙы үҙе лә төрлө конкурстарҙа көсөн һынай. 2014 йылда Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең иң яҡшы китапханасыһы» конкурсында ҡатнашҡан. Краснокама районы муниципаль район хакимиәте башлығы грантына дәғүә итеүгә проекттар конкурсында «Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһында еңеү яулаған. 2020 йылда китапхана Рәсәй Президенты грантына дәғүә итеү проекттары конкурсында еңеп сыҡҡан. «Китап уҡыусы ауыл» проекты ярҙамында Раздолье ауыл биләмәһенең дүрт ауылында, Мырҙа, Кәҙрәк, Оло Әмзә һәм Раздолье ауылдарында китап алмаштырыусылар һәм буккроссинг зоналары булдырылған. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларын һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәрен һайлап алыу буйынса республика конкурсында Раздолье ауылы моделле китапханаһы еңеүсе булған һәм 100 мең һум алған. Китапхана ҡарамағында өлкән быуын һәм балалар өсөн ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса «Горница», «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр», «Осрашыу» һәм өлкән быуынды компьютер белеменә өйрәтеүсе «Компьютер ликбезы» клубтары ойошторолған. Китапхана ҡарамағында «Русская горница» мини-музейы уңышлы эшләй һәм халыҡты ҡабул итә. Был – китапхана алып барған эшмәкәрлектең бер өлөшө генә. Былар барыһы ла китапхананың заман менән бергә атлауы тураһында һөйләй. Альвина Әхмәтхан ҡыҙы – тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаған көслө рухлы ханым. 1996 йылда тормош юлдашы мәрхүм булып, ул 10 һәм 11 йәшлек ҡыҙы һәм улы менән ҡала. Артабан яңынан ғаиләле булырға йөрьәт итә һәм тағы бер улға әсәй була. Бөгөн инде балалары ҙурайған, кинйәһенән башҡалары ғаилә ҡорған. Өлкән улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Альвина Әхмәтхан ҡыҙының изге доғалары һәм теләктәре улының имен-аман ҡайтыуына бағышлана. Ҡыҙы табип һөнәрен һайлаған, кесе улы ҙур компанияла етәксе урынбаҫары булып эшләй. Балаларының тормошта үҙ урынын табып, матур йәшәүенә һөйөнә әсә һәм донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, бөтә яугирҙәрҙең ғәзиз кешеләре янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй. Фотолар: А. Трапезникованың шәхси альбомынан.