Аҙна дауамында Өфөнөң өс театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушаһманов етәкселегендәге эксперттар советы 16 фестиваль спектаклен ҡараны. Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп номинацияла билдәләнде: «Милли классиканың заманса хәл ителеше» – Салауат башҡорт драма театрының «Ярлыҡау» спектакле (Башҡортостан); «Иң яҡшы аудиовизуаль хәл ителеш» – Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Көл» спектакле (Ҡазан, Татарстан); «Иң яҡшы музыкаль-пластик хәл ителеш» номинацияһында – Ғәбит Мүсирепов исемендәге Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡаҙаҡ академия театрының «Кулагер» спектакле (Алматы, Ҡаҙағстан); «Иң яҡшы ир-егет роле» - Бауырйән Нурмағанбәтов, Сәкен Сәйфуллин исемендәге Ҡарағанда өлкә академия ҡаҙаҡ драма театрының «Ҡарагүҙ» спектаклендә Нарш ролен башҡарғаны өсөн; «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Владимир Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия драма театрының «Король Лир» спектаклендә Корделия/Шут ролен башҡарғаны өсө
«Туғанлыҡ» фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы
24 мая 202424 мая 2024
2 мин