Республикабыҙ мәктәптәрен тамамлаған 14400-ҙән ашыу XI класс уҡыусыһы араһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзите журналистары Гүзәлиә Балтабаеваның улы Искәндәр менән Рәүилә Ғатауллинаның ҡыҙы Гөлиә лә бар. Матур традициябыҙға тоғро ҡалып, ошо йәштәр менән осрашып, уларҙың киләсәккә уй-хыялдары хаҡында белештек. Искәндәр менән Гөлиә икеһе лә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамларға йыйына. Дөйөм алғанда, быйыл данлыҡлы белем усағы алты XI класты оло тормош юлына оҙата. Искәндәр Балтабаев физика, математика фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнгән XI “А” класында белем ала. “Гимназия-интернатта ике йыл уҡыным. Бындағы мөхит ғәҙәти ҡала мәктәбенекенән ныҡ айырыла. Туған телдә һөйләшеүгә, милли рух тәрбиәләүгә, традицияларҙы өйрәнеүгә көслө иғтибар бирелә, ошо йәһәттән үҙем өсөн күп яңылыҡ алдым. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған тиҫтерҙәрем тәрбиәле, бер-береһенә ихтирамлы, ярҙамсыл булыуы менән айырыла. Бында яңы дуҫтар таптым”, – ти егет. Ул профилле матем