“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
- Баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләүгә арнап асылған һәм Федор Шаляпинға бәйле музей иҫтәлекле урынға әйләнергә тейеш. Ошо турала “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында республиканың Милли музейының фәнни хеҙмәткәре Айгөл Ҡужахмәтова белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл ярым эсендә музейҙың фонды ла тупланған. 900 экспонаттан торған күргәҙмәлә билдәле йырсының шәхси әйберҙәре бихисап. Федор Шаляпин музейы янында тиҙҙән “Ҡайтарылған исемдәр” музейын асыу ниәте бар.
- Республикалағы төп милли байрам – һабантуйҙар яңы формат талап итә. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Бөгөн иғтибар ябай халыҡ, уны борсоған мәсьәләләргә бүленергә тейеш. “Башҡортостан 24” теелвизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та ошо фекерҙә. Һабантуйҙы милли йолаларҙы, көнкүреште сағылдырған сараға әйләндереү ваҡыты етте.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».