Өфө ҡала перинаталь үҙәк табиптары йөклөлөктә ҡатмарлыҡтар тыуған әсәгә ашығыс медицина ярҙамы күрһәткән. Әсә булырға йыйынған 36 йәшлек ҡатындың сабыйына асфикция хәүефе янаған. Был хәл ғүмергә ҡурҡыныс тыуҙыра, ҡан әйләнешенә һәм тын алыуға зарар килтерә. Бындай осраҡта кешене үлемдән ҡотҡарыу өсөн оператив, грамоталы ярҙам талап ителә. Табиптар бик тиҙ бер ҡарарға килеп, экстрактор вакуумын ҡулланып, сабыйҙың муйыны тирәләй уралған кендек бауын ала. Бала табыу бүлексәһенең тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы, табиптарҙың тәүәккәллеге, хәүефте дөрөҫ билдәләү арҡаһында барыһы ла яҡшы тамамланған. Хәҙерге ваҡытта әсә лә, сабый ҙа белгестәр күҙәтеүендә. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.