Ирина Хәмиҙуллина үҙ сәхифәһендә йорт шарттарында сыр әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашҡан. Бына ниҙәр яҙа ул: "Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: ҡайҙандыр алған рецепты бер 100 ҡабат әҙерләй-әҙерләй, үҙемсә рецепҡа әүерелдерҙем. Һеҙ ҙә яһаған һайын оҫтара барасаҡһығыҙ. Кәрәк:- 2-3 литр һөт;- 1-1,5 килограмм эремсек;- 3-4 йомортҡа (йорт тауығыныҡы яҡшыраҡ, сыр төҫө һарыраҡ була);- 150-200 грамм һыйыр майы;- тоҙ;- бер-ике балғалаҡ (уртаса өйөп кенә) сәй содаһы;- кәрәк тип тапһағыҙ - һарымһаҡ. Мин бер уртаса баш һалам. Шәрбәтле ризыҡ әҙерләйем тиһәгеҙ, шәкәр, бал, ҡуйыртылған һөт өҫтәргә була. Ваҡ ҡына итеп туралған укроп ҡушырға мөмкин. Эш барышы:1. Ҡалын төплө 5-7 литрлы кәстрүл йә суйын ҡаҙан алығыҙ. Һөттө һалығыҙ.2. Ҡайнап сыҡҡансы, өҫтө өлпәләнеүгә эремсекте һалығыҙ.3. Талғын утта һалмаҡ ҡына болғатығыҙ, йәшел һыуы айырылып сыҡҡас, бер өс минут тотоғоҙ ҙа дуршлагҡа һалып һөҙөгөҙ.4. Эремсек һарҡыған арала ҡаҙан төбөнә 200 грамм аҡ май һалып иретә тороғоҙ.5. Дуршлагтағы эремсек өҫтөнә һарымһағығыҙ