- «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа эш башланы. Унда 10-дан ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша, улар иҫәбендә Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстандан ҡунаҡтар бар. Форумды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Инвестһабантуй дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙарҙы берләштерә. Өс көн дауамында эшлекле программа менән 20-нән ашыу секция, дискуссия, түңәрәк өҫтәлдәр, бизнес-иртәлектәр планлаштырылған, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Эшлекле сара сиктәрендә бизнес- шәрифтәрҙең III “Бизнес һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар” форумы үтә. Ул Рәсәй, Үзбәкстан һәм Белорусь төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы йыя, дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара эш итеү өлкәһендә тәжрибә туплау һәм алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы хәлде анализлау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләре уның төп темаһы булып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Фото: forum-zauralye.com.