Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуға кандидат итеп тәҡдим иттеләр. Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева был сәйәси ваҡиғаға ҡарата фекере менән уртаҡлашты. – Бөгөн, 4 июндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте. Унда беҙ – “Берҙәм Рәсәй”ҙәр һайлауға үҙебеҙҙең лидерҙы – Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһы һайлауында ҡатнашырға тәҡдим иттек. Минең өсөн Радий Фәритов командаһында эшләү - ҙур ғорурлыҡ. Ул - ысын лидер. Уның һайлау алды программаһы тормошобоҙҙоң барлыҡ өлкәләрен дә үҙ эсенә ала. Был – сәнәғәт, яңы предприятиелар, эш урындары, транспорт, юлдар, структура, яңы мәктәптәр, дауаханалар, театрҙар. Барыһы ла халыҡҡа йәшәү уңайлы булһын өсөн эшләнә. “Республика 3Д: ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘРГӘ. ОҘАҠ. ӨЙҘӘ!” Был ябай һүҙҙәр түгел, ә Радий Фәрит улының йәшәү рәүеше – оҙаҡ йәшәргә, лайыҡлы йәшәргә, өйҙә йәшәргә, өйҙә эшләү бәхет. Бөгөн уның өсөн, ысын ир-егет, офицер булара