Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дүрт меңдән ашыу хат фронтҡа оҙатыласаҡ

Бөгөн, 4 июндә, Өфөләге “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Башҡортостан 3.0" республика беренсел бүлексәләре форумы үтте. Форум сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” паритияһының төбәк бүлексәһе махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторған М.М. Шайморатов исемендәге халыҡ штабының һәм партия проекттарының күргәҙмәләре, экспозициялары эшләне. Бөгөн республика халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә тылдын әүҙем ярҙам итә. Бөтә республика буйынса ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, блиндаж шәмдәре эшләй, өйҙә әҙерләнгән һалма, сәк-сәк, быҡтырылған ит консерваларын яу яланына оҙата. Беҙҙең геройҙар алғы һыҙыҡта ярҙам һәм хәстәрлек тоя. Әйткәндәй, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороу буйынса республикала йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй. Уларҙың береһе - "Башҡортостандың ышаныслы тылы" ойошмаһы гуманитар ярҙам йыя, үҙҙәре лә әҙерләй. Улар форумда ҡатнашыусыларға тактик беләҙектәр үреп күрһәтте. Шула

Бөгөн, 4 июндә, Өфөләге “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Башҡортостан 3.0" республика беренсел бүлексәләре форумы үтте. Форум сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” паритияһының төбәк бүлексәһе махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторған М.М. Шайморатов исемендәге халыҡ штабының һәм партия проекттарының күргәҙмәләре, экспозициялары эшләне. Бөгөн республика халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә тылдын әүҙем ярҙам итә. Бөтә республика буйынса ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, блиндаж шәмдәре эшләй, өйҙә әҙерләнгән һалма, сәк-сәк, быҡтырылған ит консерваларын яу яланына оҙата. Беҙҙең геройҙар алғы һыҙыҡта ярҙам һәм хәстәрлек тоя. Әйткәндәй, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороу буйынса республикала йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй. Уларҙың береһе - "Башҡортостандың ышаныслы тылы" ойошмаһы гуманитар ярҙам йыя, үҙҙәре лә әҙерләй. Улар форумда ҡатнашыусыларға тактик беләҙектәр үреп күрһәтте. Шулай уҡ иң юғары технологиялы менеджерҙың эше менән дә танышырға мөмкин ине. Заман техникаһы мөрәжәғәт итеүселәр менән аралаша, һанлы технологиялар тураһында һөйләй. Уның менән иҫтәлеккә фото төшөргә мөмкин ине. Форум майҙансығында махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә хаттар яҙыу ойошторолдо. Был көндө яҙылған дүрт меңдән ашыу хат фронтҡа оҙатыласаҡ һәм сарала ҡатнашыусыларҙың Башҡортостандан йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм сәләмдәр тапшырасаҡ. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса ойошторолған "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы әүҙем ҡатнашты һәм махсус хәрби операция яугирҙәренә, ветерандарға һәм улырҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләне, шәхси мөрәжәғәттәрҙе лә ҡарауға алды. Фото: vk.com/erbashkortostan Рәмилә Мусина фотолары.