Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусында Башҡортостан Республикаһында уйын эшләнмәләренең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыу сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы «Муха» студияһы менән берлектә «Буран» тактикаһы элементтары менән эшләнгән тарихи уйын проектын тәҡдим итте. Уйындың тарихи контексы 1942 йылдағы (Ржев-Вязем операцияһы) Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡоролған. Башҡортостандан хәрби разведчик фашист ғәскәрҙәренең сигенеүен тотҡарлау бурысы менән вермахт баҫып алған ауылға үтеп инә. Килеп еткәс, ул урындағы халыҡтың проблемаларына юлыға, партизандар менән бәйләнеш булдыра, улар араһында хыянатсы ла табыла һәм башҡалар - бындағы бурыстарҙы хәл итеү төп миссияны тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Әммә төп геройҙың ни бары биш кенә көнө бар, һәм бөтәһенә лә ярҙам итеү мөмкин түгел… -Проектты тормошҡа ашырғанда күңел талабын ҡәнәғәтләндереү, белем һәм тәрбиә биреүҙе берләштерергә һәм коммерция йәһәтенән уңышлы продукт алырға