Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуға кандидат итеп раҫланылар. Был саранан һуң Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән аралаштыҡ. – Минеңсә, производствоның һәм бизнестың экологик һәм социаль яуаплылығын күтәреү буйынса системалы эш тураһында тезис бик мөһим. Башлыҡтың телмәрен тыңланым, кешеләр менән аралаштым. Власть былтыр ер аҫтын эшкәртеүселәргә ҡаршы ризаһыҙлыҡтарҙан һығымталар яһаған кеүек тойола. Бизнестың социаль яуаплылығы булмаған урындарҙа был тирә-яҡ мөхиткә йыртҡыстарса мөнәсәбәттәргә килтерә. Радий Хәбировтың мөһим һүҙҙәре яңғыраны: тыуған ер беҙҙең өсөн, һәр ваҡыттағыса, һис шикһеҙ ҡиммәт, – тине Зариф Закир улы. Фото: vk.com/bayguskarov_z_z?from