Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы тәжрибәләрҙе әүҙем ҡулланырға кәрәк

Бөгөн Өфөләге “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Башҡортостан 3.0" республика беренсел бүлексәләре форумы үтте. Сара барышында фекер алышыуҙар һәм өйрәтеүсе майҙансыҡтарҙың секциялары эшләне. Мәҫәлән, “Урындағы властың тотороҡлолоғо” секцияһында “Берҙәм Рәсәй”ҙең һәм партия вәкилдәренең муниципалитеттарҙа, урындағы үҙидара органдарында берлектәге эше – Башҡортостандың төп үҫеш факторы булыуы тураһында һүҙ алып барылды. Урындағы бүлексәләрҙең һайланма секретарҙары вазифаһын биләгән район хакимиәттәре башлыҡтары урындағы сәйәси советтарҙың эшен һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе яңынан ҡарау, халыҡты урындарҙа йәмәғәт сәйәсәтенә йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Был форумдың “Башҡортостан 3.0” курсы - партия, власть, дөйөм алғанда, йәмғиәт һәм айырым әүҙем граждандарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе төбәктең сәскә атыуы өсөн берҙәм профессионалдар командаһын булдырыуға һәм артабан нығытыуға булышлыҡ итә, тигән фекерҙәр әйтелде. Фото сығанағы: vk.com/erbashkortostan