16 июндә “Янғантау” геопаркында “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы тантаналы асыла. Тиккә генә парк был көндә асылмай: ошо көндә бөйөк башҡорт батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған “Салауат йыйыны” республика фольклор йыйыны үткәрелә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев масштаблы әҙерлек эштәре һөҙөмтәһендә байрам республиканың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда сағыу сара буласағы хаҡында белдерҙе. - Тәкәй ауылы ерлегендә “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркының асылыуы байрамдың иң көтөлгән ваҡиғаларының береһенә әүереләсәк. Комплекс биләмәһендә мемориаль парк, ҡарау майҙансығын, музей төҙөлөшөн тамамлай алдыҡ. Комплекс урынлашҡан ергә яңы юл һалынған, сәхнә һәм инфраструктураның башҡа элементтары яңыртылған. Төп театрлаштырылған тамаша заманса шарттарҙа ҙур мәғәнәгә эйә һәм халыҡ геройы Салауат Юлаевтың образын асыуға – быуындар күсәгилешлегенә, хәрби йолаларҙы тапшырыуға һәм элекке быуындарҙан хәҙергеһенә хәрби йолаларҙы һәм мөҡәддәс бурысты күсереү, махсус хәрби операциялағыларҙың батырлығы арналған. Парк “Янғантау” геопаркы биләмәһендә барлыҡҡа килгән. Комплекстың дөйөм майҙаны - 4,5 гектар тирәһе. Авторҙар – “КБ 11” архитектура бюроһы һәм билдәле фольклорсы Розалия Султангәрәева. - “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркының геройҙың тыуған ерендә хасил булыуы үткән менән киләсәктең бәйләнеше сиволы кеүек, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/24081/