Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башкортостан Стратегик инициативалар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инә

Бөгөн, 4 июндә, “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Унда “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп Радий Хәбировты тәҡдим итте. Ошо айҡанлы Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Стратегик инициативалар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инә. – Башҡортостан Республикаһында уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырыу һәм төбәктең алдынғы инвестиция үҫеше өсөн бөтә шарттар булдырылған. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Стратегик инициативалар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инә. Бында Радий Хәбировтың идара итеү командаһының хеҙмәте ҙур. Инвестиция әүҙемлегенең йылдам үҫеше төбәктә инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүҙең төрлө механизмдары һәм ҡоралдары – өҫтөнлөклө режимлы биләмәләр булдырыу һәм үҫтереү, “Инвестиция сәғәттәре” үткәреү, республиканың муниципаль берәмектәрендә бизнес-шәрифтәр институтын индереү, төрлө форумдар үткәреү менән бәйле, миҫал – Урал аръяғындағы Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы. Үҙҙәрен һөҙөмтәле күрһәткән был саралар, шулай уҡ яңы механизмдар һәм инструменттар артабан да төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә республикала 2030 йылға инвестициялар күләмен 1 триллион һумға еткереү планлаштырыла, 2023 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк, – тип белдерҙе Рафаэль Мәрҙәншин. Фото: Рафаэль Мәрҙәншиндың шәхси альбомынан.