Фәрдүнә Ҡасимова республикабыҙҙың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең ғорурлығы булырҙай актерҙар һәм режиссерҙар тәрбиәләне. Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн "БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" һәм "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Фәрдүнә Ҡасимова Өфө дәүләт сәнғәт институтыныда театр факультетын булдырыуға күп көс һалды һәм 48 йыл шунда эшләне. Педагог 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләне. Уларҙың 129-ы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә почетлы исемдәргә эйә, араларында Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында эшләүсе театр педагогтары бар. Режиссер сифатында Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Башҡортостандың профессиональ һәм халыҡ театрҙарында 30-ҙан ашыу спектакль ҡуйҙы. Тәнҡитселәр һәм тамашасылар фекеренсә, уның постановкалары республиканың театр тормошонда һәр саҡ сағыу күренеш кеүек ҡабул ителә. Ошо уҡ дәрәжәләге "Иң яҡшы режиссер эше өсөн" дипломы Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" пьесаһы буйынса спектакль ҡуйған өсөн бирелде. Юбилей кисәһенә Фәрдүнә Ҡасимованың уҡыусылары һәм тамашасылары йыйыласаҡ, араларында Татарстан, Коми һәм Удмурт республикаларынан талантлы актерҙар һәм артистар була. Кисә көндөҙгө 5-тә башлана. Ҡунаҡтарҙың Black tie стилендә кейенеп килеүе һорала. Инеү бушлай.