Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Транспорт өлкәһендә хәүефһеҙлек арта

4 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Дмитрий Конош менән осрашты. Көн тәртибендә автомобиль трассаларында һәм тимер юлдарында хәүефһеҙлекте арттырыу, шулай уҡ транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге ҡануниәтте үтәү мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыу башында Дмитрий Конош төбәк етәксеһен Виталий Семенов менән таныштырҙы. Уны Волга буйы транспорт прокуратураһының Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры итеп тәғәйенләгәндәр. Башҡортостан Башлығы Виталий Семёновҡа эшендә уңыштар теләне. – Һеҙҙең эшегеҙ бик яуаплы. Транспорт менән бәйле бөтә әйбер республика өсөн стратегик әһәмиәткә эйә, – тине ул. – Башҡортостанда транспорттың бөтә төрө лә үҫешкән. Юл селтәренең оҙонлоғо буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урынды биләйбеҙ. Республиканың эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе булған Стәрлетамаҡ та төбәктең мөһим транспорт үҙәге булып тора. Башҡортостанда транспорт өлкәһендә хәүефһеҙлекте арттырыу өҫтөндә әүҙем эш алып баралар, тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, 2023 йылда төбәктең автомобиль юлдарында һәләк булғандар һаны 390-ға тиклем кәмегән. Был уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Бынан тыш, тимер юл инфраструктураһы объекттарында хәүефһеҙлеккә һәм легаль булмаған ташыусылар менән көрәшкә ҙур иғтибар бүленә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Волга буйы транспорт прокуратураһы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү яйға һалынған. Фото: glavarb.ru