Артист сараның йәш буйынса сикләүҙәрҙә булыуын, үҙенең сәхнә образының бөтөнлөгөн билдәләй һәм кемдеңдер уңайһыҙлығы өсөн үкенес белдерә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалабыҙҙа уҙған VK Fest-ан һуң тамашасылар Бузованың сәхнәгә ярымяланғас сығыуына ризаһыҙлыҡ белдергәйне, хатта улар Тәфтиш комитетына яҙып биргәйне. – Мин быға тиклем элемтәлә булманым һәм илдең иң ҙур һәм төп музыкаль фестивален асыу тантанаһындағы сығышым тирәләй барған бөтә шау-шыуҙы яңы күрҙем, – тип үҙенең социаль селтәрендә Өфө халҡына мөрәжәғәт итте ул кисә. – Мин был фестивалдә 7 йыл рәттән сығыш яһайым. Һәм минең сәхнә образдарым һәр ваҡыт сағыу һәм тикшерелә. Быйыл шулай уҡ, үҙемде үҙгәртмәйенсә, сағыу образда сығыш яһаным. Минең өсөн сәхнә – ул тормоштоң бер өлөшө, һәр ваҡыт сығыштарыма ентекле әҙерләнәм һәм яңы кейемдәр тегәм. Был, киреһенсә, минең һөнәремә һәм тыңлаусыларыма һөйөүем тураһында һөйләй. Белеүемсә, фестивалдең йәш сикләүҙәре бар. Шулай уҡ уға инеү түләүле. Артистар исемлеге һәм сығыштар тай
Бузованан кейеме өсөн, йәғни кейенмәгәне өсөн ғәфү үтендерҙеләр
4 июня 20244 июн 2024
1 мин