Кисә Өфө районының Жуков ауылында 27 йәшлек егет фажиғәле һәләк була. Ул дуҫының машинаһының тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусы иҫерек дуҫын руль артына ултырыуҙан араларға уйлай. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, ул машинаның капотына ултыра. Тик дуҫы туҡтап, машинанын сығыр урынына, ҡапыл газға ныҡ итеп баҫа һәм ҡоймаға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә 27 йәшлек егет ваҡиға урынында йән бирә. Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү бара. Хөрмәтле водителдәр! Руль артында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иҫерек килеш машина менән идара итмәгеҙ! Һеҙ үҙегеҙҙекен генә түгел, ә башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанығыҙҙы онотмағыҙ. Фото: КП-Өфө, БР буйынса ГАИ.