16 июндә бөтә мосолман донъяһы Ҡорбан байрамын билдәләй. Шөкөр, йылдан-йыл ил-йорттоң, ғаиләһенең именлеген теләп, ҡорбан салдырыусылар арта бара. Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ-кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә. Тағы шуны белеү фарыз: һәр бер мал ҡорбан өсөн яраҡлы түгел. Түбәндәге мал-тыуарҙы ҡорбан итеп килтерергә ярамай: Бер йәки ике күҙе булмаған (зәғифләнгән); Үтә ябыҡ, һөйәктәре беленеп торған; Хәлһеҙ, ҡорбан итеп салыу урынына үҙаллы атлап бара алмаған; Елене зыян күргән йәки кипкән һарыҡ-кәзә. Һыйыр һәм дөйә малында ике имсәге булмаған йәки кипкән мал, әммә ул хайуан балаһын үҙе имеҙһә, был етешһеҙлегенә ҡарамайынса, ҡорбан итеп салына ала; Тешһеҙ хайуан. Әгәр тештәренең күп өлөшө һау булып, ул мал башҡалар ыңғайына туҡланып йәшәй икән, уны ҡорбан итергә мөмкин; Ҡолағы йәки ҡойроғо ныҡ итеп ҡырҡылған, тыумыштан ҡолаҡ япрағы булмаған хайуан; Үҙаллы ашай алмаған сирле, ҡотороҡ ауырыулы мал; Үлеп б