Найти тему
Башҡортостан гәзите

Организмдың бөтә ағзаларын да тикшерә ала

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” программаһына ярашлы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына яңы магнит-резонанс томографияһы аппараты алынды. МРТ тикшереүе медицинала инструменталь диагностиканың сағыштырмаса яңы ысулы булып иҫәпләнә. Уның ярҙамында кеше организмының бөтә ағзалары һәм структураларының һүрәттәрен өс проекцияла алырға була. Һүрәттәренең юғары детализацияға эйә булыуы һөҙөмтәһендә магнит-резонанс томографияһы иртә стадияла төрлө шештәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә. – Яңы аппарат күп төрлө функциялары арҡаһында пациенттарҙағы сирҙәрҙе диагностикалау сифатын яҡшыртасаҡ. Шулай уҡ тикшеренеүҙәр һанын арттырасаҡ, – ти нур һәм функциональ диагностика бүлексәһе мөдире Александр Шишигин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.