Сара ҡунаҡтары «Аманат», «Аҡбуҙат», «Әллүки» балалар һәм үҫмерҙәр журналдары һәм «Йәншишмә» гәзите журналистары менән аралашты, уйындар уйнаны, фотоға төштө, яратҡан баҫмаларын яҙҙырҙы, бүләктәр алды. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина йәш уҡыусылар өсөн "Бәләкәй башҡорттоң рухи терәктәре" тип аталған уйын ойошторҙо, унда балалар Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, шәжәрәләр, башҡортса-русса һүҙлектәр төҙөнө. Һәр ҡатнашыусыға татлы бүләк һәм журнал тапшырылды. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм үҫтереүсе уйындар ойошторолдо. «Йәншишмә» гәзите йәш дуҫтары һәм әүҙем уҡыусылары араһында шашка буйынса ярыш үткәрҙе. Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. “Аманат” һәм “Әллүки” журналдары хеҙмәткәрҙәре үтеп барыусыларға татлы бүләктәр таратты һәм балалар баҫмаларын туған телдә уҡыуҙың файҙаһы тураһында һөйләне. Шулай уҡ сарала «Изге подписка» акцияһы ойошторолдо, унда теләгән һәр кем «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң республика, ҡала һәм р