Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы “Халыҡ-ара инжиниринг һәм инновациялар үҙәге” (Мәскәү ҡалаһы) һәм “БЭСК Инжиниринг” компанияһы (Өфө ҡалаһы) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Тейешле документтарға май аҙағында “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда үткән Инжиниринг хеҙмәттәре йәрминкәһе сиктәрендә ҡул ҡуйылды. – Өлгәшелгән килешеүҙәр төбәктә инновацион эштәренә ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле механизмдарын эшләү буйынса әүҙем үҙ-ара эш итеү мөмкинлеген бирәсәк. Бөгөн Башҡортостанда етештереү предприятиеларының үҫеше билдәләнә. Шуға күрә икенсе йыл рәттән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә республикала Инжиниринг хеҙмәттәре йәрминкәһе үткәрелә, ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының ошо хеҙмәттәргә ихтыяжын асыҡларға һәм сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү механизмдарын камиллаштырырға ярҙам итә. Быйыл сарала 30-ҙан ашыу бизнес вәкиле ҡатнашты, – тип белдерҙе Ба