Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда быйыл йәй 413 аттракцион эшләйәсәк

Башҡортостанда йәйге миҙгелдә эшләүгә 413 аттракционға рөхсәт бирелде. Был хаҡта Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса төбәк дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Башҡортостанда бөтәһе 1,5 меңдән ашыу күңел асыу ҡорамалы берәмеге иҫәпләнә, уларҙың 547-һе – күҙәтеү аҫтында. Аттракциондар һаны 2023 йыл менән сағыштырғанда 45-кә артҡан, күбеһенсә яңыларын һатып алыу иҫәбенә. Хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү өсөн файҙаланылған бөтә аттракциондар йыл һайын техник тикшереү үтергә тейеш, уны аккредитацияланған лабораториялар үткәрә. 2024 йылдың йәй миҙгеленә хужалар 418 аттракцион әҙерләгән, уларҙың 413-ө эшләүгә рөхсәт алған. Иҫкәртеүҙең төп сәбәптәре иҫәбендә – идара итеү системаларының төҙөк булмауы, миҙгел-ара һаҡлау шарттарын боҙоу, файҙаланыу ваҡытының уҙыуы. – Киҫәтеү һәм күҙәтеү саралары үткәреү һөҙөмтәһендә уҙған миҙгел йәрәхәтләнеү осраҡтарыһыҙ үтте. Быйыл аттракциондарҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү өсөн Дәүләт комитеты күҙәтеү эшмәкәрлеге сиктәрендә һәр аттракционға даими мониторинг алып барасаҡ, – тине Урал Искәндәров. – Республикабыҙҙа бик күп мәҙәни саралар уҙғарыла, уларҙа аттракцион техника хужалары әүҙем ҡатнаша, шул иҫәптән күрше төбәктәрҙән дә. Халыҡтың, айырыуса балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн, Радий Фәрит улы, муниципалитет башлыҡтарына йыл һайын техник тикшереү һәм ҡуйылған урын буйынса ваҡытлыса теркәү үтмәгән аттракциондарҙы файҙаланыуға индермәҫкә ҡушыуығыҙҙы һорайым. – Шундай йөкләмә яҙығыҙ. Әммә үҙегеҙ ҙә ошо йәһәттән әүҙемерәк булығыҙ. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйғандарға штраф һалығыҙ. Һеҙҙең бөтә вәкәләттәрегеҙ ҙә бар. Өҫтәүенә балаларҙың именлеге тураһында һүҙ бара, – тип Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. – Дөйөм алғанда, эште яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.