Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Мыяу-мыяу олатай” ҡайҙа йәшәй?

Ильяс Баязитовтың ейән-ейәнсәрҙәре менән ихлас шаярып төшкән видеоһына битараф ҡалып булмай. Шаян олатай Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәй икән. – Барлыҡ олатай менән өләсәйҙәр кеүек, беҙ ҙә балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең килеүен көтөп алабыҙ. Йәйгеһен оҙаҡҡа килһәләр, бигерәк тә күңелле, – ти ул. Ильяс Ахунйән улы ҡатыны Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы менән 35 йыл бергә донъя көтә. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер өс ейән менән ике ейәнсәрҙәренә һөйөнөп бөтә алмайҙар. Хөрмәтле олатай һәм өләсәйҙәр, ә һеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр каникулға ҡайттымы? Улар менән нисек итеп ваҡыт үткәрәһегеҙ? Фото һәм видео: Инзирә Баязитова.