Хәҙер инде ер йәшелләнеп, йылы йәйге көндәр тулы кимәлдә хакимлыҡ итә лә башланы. Көндәр төндәрҙән тағы ла оҙонораҡ була бара. Ҡояштың нурҙары көнбайышта юғалып бөтөүгә, көнсығышта күренә лә башлай. Бына шулай, шау-шыулы июнь килә ергә. Көндөҙҙәрен ҡоштар балаларына ашарға эҙләһә, төндәрен һәм таңдарын таң ҡалдырып һайрайҙар. Ә бына кәкүк ай аҙағына саҡырыуын туҡтата. Халыҡта уйынлы-ысынлы итеп: “Кәкүктең тамағына арыш тығылды”, -- тиҙәр. Хәҙер инде ағастар сәскәһен ҡойоп, емешкә төрөнә башланы. Тап шул мәл йүкә сәскә ата. Ай урталарында алланып турғай еләге бешә башлай. Ул бөтөүгә ҡарай ер еләге ҡыҙара. Ғәҙәттә июнь ҡоро килә. Дөрөҫ, ҡайһы саҡ ямғырҙары ла булғылай. Улары ла ҡойоп, биҙрәнән ҡойған кеүек яуа. Борсағы ла һорап тормай, дөбөрҙәтеп яуып та китә. Артынса еле иҫеп, ҡояш ҡыҙҙырып, ҡойо-бысраҡтың әҫәрен дә ҡалдырмай. Ә һауа... сафланып китә бындай саҡтарҙа. Күкрәп тултырып һулап туйып булмай! Халыҡ календарына күҙ һалайыҡ: Йәйҙең тәүге айы булыуға ҡарамаҫтан кемдер бесәнгә төш