Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әҙ генә көндәр ҡоро торғайны, "ҡыҙыл әтәс" үҙен белгертте

Уҙған тәүлектә Йылайыр районында бер урман янғыны теркәлгән. Ут таралып өлгөрмәгән: 13 кеше һәм биш техника ярҙамында 0,4 гектар майҙандағы “ҡыҙыл әтәсте” ауыҙлыҡлағандар. Йыл башынан бөтәһе алты тәбиғәт янғыны булған. Былтыр иһә ошо мәлгә 75 сығанаҡ булған, быйыл 69 осраҡҡа кәмегән. Дөйөм алғанда, быйыл 16,38 гектар майҙан зыян күрһә, былтыр иһә ошо мәлгә ҡарата 1154,82 гектарға тиң булған. Быйыл айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә янғындар теркәлмәгән. Уҙған тәүлектә Әбйәлил, Белорет, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында, Октябрьский ҡалаһында бөтәһе 1,421 гектар майҙанда ҡоро үлән янып китеүенең алты осрағы булған. 2024 йыл башынан 162 осраҡ теркәлгән, уларҙа 84,97 гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Былтыр иһә ошо уҡ осорға 1152 ҡоро үлән яныуы осрағы теркәлгән. Фото сығанағы: https://t.me/rb_russia/7961