2024 йылдың яҙында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 8 мең эре ағас һәм 159 меңдән ашыу башҡа үҫенте ултыртылды, 106 яңы тематик аллея булдырылды. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова акция йомғаҡтары хаҡында һөйләне. Акцияла бөтәһе 57 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән туғыҙ мең ирекмән, 1 400 берәмек техника йәлеп иткән дүрт меңгә яҡын ойошма ҡатнашты. Яңы үҫемлектәр ултыртыуҙан тыш, “Йәшел Башҡортостан” барышында элекке акциялар барышында ултыртылған 1 660 ағас һәм 10 мең ҡыуаҡлыҡты компенсациялап йәшелләндерҙеләр. “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә яҙғы урманды тергеҙеү акцияһы үтте. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Акцияның үҙәк сараһын 27 апрелдә “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә уҙғарҙылар, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар һәм ирекмәндәр менән бергә ҡырым ҡарағайы үҫентеләренән аллея, шулай уҡ 300 яңы йүкә ултыртты. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 2024 йылдың яҙында акция барышында бөтәһе 663 гектарҙан ашыу майҙанда 2,2 миллиондан ашыу үҫенте ултыртылыуын хәбәр итте. Сараларҙа 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 2024 йылға планда – 15,2 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урманды тергеҙеү эштәрен башҡарыу, ул ҡырҡылған майҙандан 1,6 мең гектарға күберәк. Шулай уҡ 30 марттан 11 майға тиклем республикала ауыл биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ үтте. – Район хакимиәттәре халыҡ менән берлектә сүп-сар йыйыу һәм сығарыу, авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыу, ҡоймаларҙы ремонтлау, юл ситтәрен һәм урам-юл селтәрен таҙартыу, туҡталыш павильондарын йыуыу һәм газондарҙы тәртипкә килтереү буйынса ҙур эштәр башҡарҙы, – тине Ирина Голованова. – Бөтәһе 162 мең кубометр сүп-сар йыйып сығарҙыҡ. Өмәләрҙә 685 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ 2 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп итеп 17 мең предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы башҡарылған эште юғары баһаланы һәм йәшелләндереү мәҙәниәтенә күберәк иғтибар бүлергә ҡушты. – Һәр ағас үҙенең эстетик һәм экологик әһәмиәтенә эйә. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҙур үҫентеләр ултыртырға, тематик аллеялар эшләргә тырышығыҙ. Яҡшы миҫалдар бар – Өфө, Нефтекама Стәрлетамаҡ, – тине Радий Хәбиров. – “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияларының халыҡ өсөн үтә мөһим булыуы ҡыуандыра. Ошо эште дауам итегеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” халыҡ өсөн мөһим
2 минуты
1 прочтение
3 июня