Башҡортостан тәүге тапҡыр Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән Тормош сифаты рейтингында алдынғы 20 төбәк иҫәбенә инде. Республика унда 12-се урынды биләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта хәбәр итте. – 22 майҙа Стратегик инициативалар агентлығының Күҙәтеү советы ултырышы үтте, уны Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин етәкләй. Унда 2023 йыл өсөн йәшәү сифаты рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Әгәр бер йыл элек унда Башҡортостан 25-се урында булһа, хәҙер иһә позицияларыбыҙҙы яҡшырттыҡ һәм бер юлы 13 пунктҡа күтәрелдек, – тине Радий Хәбиров. – Был төбәктәрҙә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы менән бер рәттән иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе. Агентлыҡ уны халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләй, халыҡтан һорау алыу үткәрә. Йәғни рейтинг интеграль булып тора һәм эштәрҙең ысынбарлыҡтағы торошон сағылдыра. Тормош сифаты рейтингы бөтә төп йүнәлештәргә ҡағыла – ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экологик именлек, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек, торлаҡ, инфраструктураны үҫтереү, эшләү өсөн мөмкинлектәр, йәшәү өсөн мөхит булдырыу. – 12-се урын ул, әлбиттә, яҡшы. Әммә артабан да планлы рәүештә алға барырға кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Беҙ еңергә күнеккәнбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.