Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Әр-Рәхим"гә мәрмәр килтерҙеләр

Өфөлә "Әр-Рәхим" мәсете манараларын төҙөүҙе тамамлау өсөн грек мәрмәренән эшләнгән әйберҙәрҙең тәүге партияһы килтерелде. Тиҙҙән улар фасадты биҙәйәсәк. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, төҙөлөштө тамамлау өсөн тағы ла мәрмәр килтерәсәк алты йөк машинаһы яҡынлаша. - Беҙ тарихи ваҡиғаның шаһиты булып торабыҙ. Тормошобоҙҙа ике ҙур байрам бар - Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы. Тап һуңғы Ураҙа байрамы осоронда хөрмәтле Радий Фәрит улының тырышлығы һәм иғтибары арҡаһында "Әр-Рәхим" мәсетен төҙөү әүҙем тормошҡа ашырыуҙың яңы фазаһына инде. Һәм бына бөгөн Ҡорбан байрамы алдынан фасадты биҙәйәсәк мәрмәрҙең тәүге партияһын ҡаршы алдыҡ, – тип хәбәр итте мөфтөй Айнур Бирғәлин. Мәсет 2006 йылда уҡ төҙөлә башлай. Эштәр өҙөклөктәр менән алып барыла, ә 2016 йылдың йәйендә төҙөлөш бөтөнләй туҡтатыла. 2023 йылдың сентябрендә республика Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөүҙе тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр объектты комплекслы тикшерҙе һәм уның торошон баһаланы. Ураҙа байрамында Радий Хәбиров социаль селтәрҙә "Әр-Рәхим" мәсетендә тикшеренеү һәм юридик эштәр тамамланды, проект-смета документацияһын тулыһынса тергеҙеп, экспертиза үтте, тип яҙғайны. Мәсет төҙөлөшөн БР мосолмандары Диниә назаратының рәсми ресурстарында күҙәтергә мөмкин. Фотолар: Башинформ.