3 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, төбәктең һыу ресурстарын һаҡлау һәм йылға транспортын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, был йүнәлештәр бер-береһенә бәйле һәм программа сараларын әҙерләүгә комплекслы ҡараш талап итә. Мәҫәлән, Ағиҙел һыу юлдары районы һәм суднолар йөрөү Кама эске һыу юлдары бассейны хакимиәте филиалы начальнигы Марат Аҡтуғанов, төп бурыс – төп суднолар йөрөүсе йылғаларҙың тулы һыулылығын арттырыу, тип иҫәпләй. Шуға бәйле йылғаларҙың үҙәндәрен таҙартыу һәм уларҙың аҡтарылыуына ҡаршы көрәшеү зарур. Ә Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары – федераль һыу ресурстары агентлығы филиалы – Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы Виталий Тюр антропоген факторҙарҙың кире йоғонтоһон кәметеү кәрәклегенә иғтибар итте. Һүҙ шул иҫәптән йылға үҙәндәрендә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын сығарыуҙы һәм сәнәғәт предприятиеларының һыу